Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин торлаҡ сертификаттарын сығарыу һәм бүлеү графигын раҫланы. Быйыл уларҙы Рәсәйҙә йәшәгән 2,5 меңдән ашыу кеше алыу мөмкинлегенә эйә.
Был – Чернобыль фажиғәһен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар, мәжбүри күскенселәр, Байконурҙан, Алыҫ Төньяҡтан һәм ябыҡ административ биләмәләрҙән күсенеүселәр, хәрбиҙәр, эске эштәр органдары һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына ҡараған хеҙмәткәрҙәр.
Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ғәмәлдәге нормативтарға ярашлы, сертификат торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарға тәғәйенләнгән. Быйыл был ярҙам сараһына федераль бюджетта 12 миллиард һумға яҡын аҡса ҡаралған.
Был эш “Рәсәй граждандарын һатып алырлыҡ һәм уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт менән тәьмин итеү” дәүләт программаһы сиктәрендә алып барыла. Һөҙөмтәлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән "Торлаҡ“ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальынй проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: rg.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан