Республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылдан башлап Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана китап ҡомартҡыларын һанлы форматҡа күсереү буйынса Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектында (национальный проект “Культура”) һәм “Һанлы мәҙәниәт” төбәк проектында әүҙем ҡатнаша.
Былтыр ҡулъяҙмалар һәм һирәк осрай торған баҫмалар бүлеге фондынан 49 541 кадрлы 120 китап ҡомартҡыһы һанлаштырылған. Ошо юҫыҡта эш башланғандан алып 200 307 кадрҙан торған 680 китап ҡомартҡыһы һанлы форматҡа күсерелгән. Уларҙың барыһы ла “Башҡортостан Республикаһының Милли электрон китапханаһы” сайтында урынлаштырылған.
Тематика йәһәтенән был үҙенсәлекле китаптарҙы шартлы рәүештә бер нисә төркөмгә бүлергә мөмкин. Улар араһында норматив-хоҡуҡ документтары, тарих һәм этнография, аныҡ фәндәр, медицина, география, ботаника һәм биология, нәфис әҙәбиәт бар. Ҡомартҡыларҙың барыһы ла бик ҙур рухи һәм матди ҡиммәтте тәшкил итә, махсус тарихи, ғилми һәм мәҙәни әһәмиәткә эйә.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)