Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Башнефть-Сығарыу” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең мөрәжәғәте буйынса уға урманды тергеҙеү эштәре башҡарыуға урман участкалары бүленә.
Быйыл Башҡортостан нефтселәре республикала ылыҫлы урмандарҙы тулыландырыу башланғысын тормошҡа ашырыуҙы дауам итергә ниәтләй. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы ошо өлкәлә эҙмә-эҙлекле эш башҡарыла.
Быйыл яҙ һәм көҙ төбәктә ылыҫлы урмандар майҙаны Башҡортостан нефтселәренең тырышлығы менән 153 гектарға артасаҡ. Планлаштырылған ағас ултыртыу сараларынан һуң һуңғы өс йылда тамыр йәйгән йәш үҫентеләр һаны быйыл көҙ 3,8 миллионға етәсәк.
Әйткәндәй, экологик башланғыс сиктәрендә “Башнефть-Сығарыу” йәмғиәте вәкилдәре ылыҫлы ағастарҙы элек киҫелгән һәм сабынлыҡтар өсөн файҙаланылмаған урман ерендә түгел, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә – Бөрө зоология заказнигында ла ултыртты.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)