Башҡортостан Республикаһы предприятиелары 9 февралдә сәғәт 10-да (Мәскәү ваҡыты буйынса) "Хәҙерге шарттарҙа Монголия менән эшҡыуарлыҡ бәйләнештәрен булдырыу үҙенсәлектәре" темаһына "Рәсәй экспорт үҙәге" йәмғиәтенең һәм Рәсәйҙең Монголиялағы Сауҙа вәкиллеге менән берлектә үткәрәсәк вебинарында ҡатнаша ала. Был турала Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һөйләне.
– Ағымдағы йылдың 22 – 25 мартында экспортерҙарыбыҙҙың Монголияға эшлекле сәфәрен ойошторорға йыйынабыҙ. Был вебинар монгол уҙаҡташтарыбыҙ менән эшҡыуарлыҡ бәйләнештәрен булдырыуҙың үҙенсәлектәре тураһында көнүҙәк мәғлүмәт алыу, беҙҙең эшлекле сәфәр сиктәрендә B2B һөйләшеүҙәрҙе һөҙөмтәле үткәреү өсөн ҙур мөмкинлек булып тора, — тине Маргарита Болычева.
Рәсәй Федерацияһының Монголиялағы сауҙа вәкиле Максим Васильев вебинарҙа доклад менән сығыш яһаясаҡ.
Вебинар программаһы Монголия баҙарындағы мөмкинлектәр һәм хәүефтәр тураһында сығыш, үҙ-ара иҫәпләшеүҙәрҙе ойоштороу, логистика, таможня аша йөктө оҙатыуҙы, потенциаль һатып алыусыларҙы һәм ышаныслы тәьмин итеүселәрҙе эҙләүҙе үҙ эсенә ала.
Презентацияларҙан һуң “Һорау-яуап” сессияһы буласаҡ, уның барышында экспортерҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә ала.
Саранан бер көн алда теркәлгән ҡатнашыусыларҙың барыһына ла вебинарға ҡушылырға һылтанма ебәрелә. Сараға һылтанма буйынса теркәлергә мөмкин.
Һорауҙарығыҙ булһа, 8-800-550-0188 телефоны аша "Рәсәй экспорт үҙәге" йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итегеҙ.
Белешмә өсөн: Башҡортостан Республикаһы менән Монголия араһында тауар әйләнеше былтыр туғыҙ айҙа, 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 71,6 процентҡа артҡан, ә экспорт дөйөм тауар әйләнешенең 99 процентын тәшкил иткән.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, Башҡортостандың Монголия менән хеҙмәттәшлеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт”милли проектын (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан