Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 28 февралдә Өфөлә “Экология. Ижад. Балалар” ҡала фестивале була. Ул – мәктәп уҡыусылары экология өлкәһендә көтөп алған ваҡиғаларҙың береһе. Уның барышында йәштәр экология темаһына ижади эшмәкәрлектә үҙ мөмкинлектәрен күрһәтә ала.
Фестиваль программаһында – икенсел сеймалдан арт-объекттар һәм ҡул эштәре күргәҙмәһе, “Ғаиләмдең экологик ғәҙәттәре” видеороликтар, Өфө ҡалаһы өҫтәмә белем биреү учреждениеларының экологик театрҙары, икенсел сеймал элементтары менән костюмдар конкурсы һәм башҡалар. Фестивалдең маҡсаты – йәш быуында тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү, сәләмәт һәм экологик тормошто пропагандалау, балаларҙы тәбиғәтте һаҡлау сараларына күберәк йәлеп итеү.
– Йыл һайын “Йәшел Башҡортостан” республика экологик проекты нигеҙендә уҙғарылған фестивалдә баш ҡаланың өҫтәмә белем биреү учреждениеларынан 1500-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнаша. Балалар конкурстарға ҙур хыялдар, ниәттәр менән килә, – тине Балалар экология-биология үҙәге директоры Әлфиә Һөйөндөкова.
Мәғлүм булыуынса, тәбиғәтте һаҡлау акцияларын үткәреү, уларҙа йәш экологтарҙың ҡатнашыуы республика халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуға, экологик мәҙәниәтен күтәреүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итә, ә был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) маҡсаттарына тулыһынса тап килә.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: ecology.bashkortostan.ru
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)