Краснокама районы хакимиәтендә муниципаль берәмек биләмәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрелде.
Былтыр https://02.gorodsreda.ru сайтында 2923 йылға төҙөкләндереү биләмәһен һайлау буйынса тауыш биреү үткәрелгәйне. Краснокама районында барлығы 3569 кеше тауыш бирҙе. Урында йәшәүселәр, 2770 тауыш биреп, еңеүсе проект тип Николо-Березовка ауылындағы үҙәк майҙандағы скверҙы атаны.
Шулай итеп, һөҙөмтәлә хакимиәт алдында ҙур булмаған сквер - район үҙәгендә тағы бер заманса ял итеү урыны барлыҡҡа киләсәк.
Быйыл да Краснокама районы хакимиәте киләһе йылда тормошҡа ашырыласаҡ дизайн-проектты һайлау буйынса тауыш биреүҙе ойошторасаҡ. “Күберәк тауыш йыйған объект “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федраль проектына инәсәк һәм 2024 йылда төҙөкләндереләсәк”, - тип хәбәр итте Краснокама районы хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин.
Фото: Краснокама районы хакимиәте.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан