Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Февраль 2023, 13:30

“Йолаларҙан илһам алғандар” күргәҙмәһе йәштәрҙе йыйҙы

Салауат ҡалаһының Картиналар галереяһынан кеше өҙөлмәй.

“Йолаларҙан илһам алғандар” күргәҙмәһе йәштәрҙе йыйҙы
“Йолаларҙан илһам алғандар” күргәҙмәһе йәштәрҙе йыйҙы

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Влаимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, Салауат ҡалаһының Картиналар галереяһында уҡыусылар өсөн мәҙәни-белем биреү саралары ойошторола. Бындай программаларҙың төп маҡсаты – ижади һәләттәреңде үҫтереү өсөн өҫтәмә шарттар тыуҙырыу, шулай уҡ мәҙәни ҡиммәттәрҙән файҙаланыу мөмкинлеген тәьмин итеү.

Ошо көндәрҙә Картиналар галереяһында Башҡортостан рәссамдарының “Йолаларҙан илһам алғандар” күргәҙмәһе буйлап экскурсия үткәрелде. Экспозиция “Урал иле” йәйге пленэры йомғаҡтары буйынса уҙғарыла һәм республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан иғлан ителгән Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылына арнала. Экскурсияға Салауат ҡалаһындағы медицина колледжы, белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы студенттары, 1-се лицей һәм 7-се урта мәктәп уҡыусылары килде.

Күргәҙмәнең төп темаһы – милли тарихи мираҫ. Йәштәр экскурсовод Лилиә Василованың һөйләгәндәрен ҡыҙыҡһынып тыңланы, ауылдарҙың, Варвара Скворчихинская ҡорамының, “Гүзәл” мәсетенең архитектураһы, пейзаждар, сюжетлы рәсемдәр менән танышты.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас