Салауат ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Влаимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, ҡала дауаханаһының әмәлиәт блогы өр-яңы ҡорамал – ультратауышлы хирургия системаһы менән йыһазландырылды.
Операция яһағанда был заманса клиник хирургия ҡорамалы ғәмәлдәрҙе еңеләйтә, әмәлиәттән һуң ауыртыу тойғоһон кәметергә, ҡанды туҡтатырға һәм стерилләргә мөмкинлек бирә. Ультратауыш скальпеле йомшаҡ тән туҡымаларын еңел генә киҫә, уның ярҙамында күкрәк ситлеген асмайынса тын алыу ағзаларында, ҡан тамырҙарында операция яһайҙар. Ультратауыш йомшаҡ туҡымаларҙы киҫеүҙән тыш, уларҙы һәм зарарланған йәки күсереп ултыртылған һөйәк туҡымаларын йәбештерергә мөмкинлек бирә. Был юғары технологик күп йүнәлешле заманса ҡулайлама хәүефһеҙлеге һәм ҡулланыуҙа уңайлылығы менән айырылып тора.
“Минеңсә, дауалауҙың һөҙөмтәлелеге табиптың оҫталығына ғына түгел, ә медицина ҡорамалдарының сифатына ла бәйле”, – ти Салауат ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)