Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Февраль 2023, 10:30

Экспортҡа тауар сығырырға яңы мөмкинлектәр тыуҙырыла

Башҡортостан предприятиеларын Әрмәнстанға һәм Үзбәкстанға халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашырға саҡыралар.

Экспортҡа тауар сығырырға яңы мөмкинлектәр тыуҙырыла
Экспортҡа тауар сығырырға яңы мөмкинлектәр тыуҙырыла

Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге 17 - 19 мартта Әрмәнстанда Ереван ҡалаһында үтәсәк “Кавказ: төҙөлөш һәм ремонт” EXPO күргәҙмәһендә һәм 28-30 мартта Үзбәкстандың Ташкент ҡалаһында буласаҡ “UzFood” күргәҙмәһендә ҡатнашырға теләүселәрҙе йыйыуҙы дауам итә. Был турала Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.

— Экспорт эшмәкәрлеген башларға йәки сауҙа географияһын киңәйтергә теләгән эшҡыуарҙарыбыҙҙы республиканың Экспортҡа ярҙам үҙәге булышлығында халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Бындай сараларҙа ҡатнашыу сит ил уҙаҡташтары менән шәхси бәйләнештәр булдырырға һәм үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек юлдарын тикшерергә мөмкинлек бирә, – тип белдерҙе ул.

“Кавказ: төҙөлөш һәм ремонт” EXPO-2023 – йыл һайын уҙғарылған халыҡ-ара махсуслашҡан төҙөлөш күргәҙмәһе. Күргәҙмәлә Рәсәйҙән, Грузиянан, Украинанан, Беларустан, Ҡаҙағстандан, Ирандан, Италиянан, Германиянан, Польшанан һәм сәнәғәт үҫешкән башҡа илдәрҙән эре төҙөлөш тауарҙары тәҡдим ителәсәк. Бында баҙарҙа алдынғы урын биләгән 100-ҙән ашыу компания осрашасаҡ: инвестициялар, төҙөлөш компаниялары, проектлау ойошмалары һәм башҡалар.

UzFood күргәҙмәһе – эре тармаҡ эшҡыуарлыҡ майҙансығы, уның сиктәрендә йыл һайын бай эшлекле программа ҡаралған: ритейл-үҙәк (аҙыҡ-түлек етештереүселәрҙең һатып алыусылар, ритейлерҙар һәм дистрибьюторҙар менән осрашыу өсөн махсуслаштырылған майҙансыҡ); ҡатнашыусыларҙың семинарҙары һәм оҫталыҡ дәрестәре.

Күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуға бәйле бөтә сығымдар Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәгене иҫәбенә ҡаплана. Ҡатнашыусы компаниялар юл, йәшәү урыны һәм шәхси сығымдар өсөн генә түләй.

Ҡатнашыуға ғариза бирергә һәм Башҡортостан Республикаһы Экспортҡа ярҙам үҙәге хеҙмәткәрҙәренән тулыраҡ мәғлүмәтте [email protected] электрон почтаһына яҙып йәки +7 (347) 246-85-69, +7 (927) 354-12-15 телефондарына шылтыратып алырға мөмкин. Яуаплы кеше — Лилиә Нәғим ҡыҙы Зөлҡәрнәева, Башҡортостан Республикаһының Күргәҙмә-сауҙа эшмәкәрлеге департаменты етәксеһе.

Әрмәнстан һәм Үзбәкстан кеүек илдәр менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға этәргес булып тора.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: