Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эсәр һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу маҡсатында Башҡортостан 2019 йылдан алып Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Таҙа һыу” федераль проектында ҡатнаша.
Был проект үҙәкләштерелгән системаларҙан сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән халыҡ һанын арттырыуға йүнәлтелә. 2019–2022 йылдар йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы өсөн билдәләнгән күрһәткескә өлгәшелгән, ул 88,9 процент тәшкил итә. Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып һигеҙ объект төҙөлгән, шул иҫәптән былтыр Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Саҡмағош, Өфө һәм Краснокама райондарында һыу менән тәьмин итеү буйынса дүрт объект файҙаланыуға тапшырылған.
Мәҫәлән, Саҡмағош ауылында һыу үткәргес һәм канализация торбалары һалынған, машина залы гидроизоляцияланған, насос станцияһы бинаһының ҡыйығы ремонтланған, һыу әҙерләү бинаһына нигеҙ һалынған. Проектты тормошҡа ашырыу райондағы 13 меңдән ашыу кешене сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
Былтыр апрелдә Стәрлетамаҡта “Таҙа һыу” төбәк программаһына ярашлы яңы һыу таҙартыу станцияһы сафҡа индерелде. Ундағы ҡеүәтле ҡорамалдар тәүлегенә 60 мең кубометр һыуҙы таҙарта.
Краснокама районында Иҫке һәм Яңы Ҡайынлыҡ ауылдарын һыу менән тәьмин итеү өсөн сираттың магистраль һыу үткәргес төҙөлөшө тамамланды. Өфө районында Ҡомлокүл, Яҡшиван, Горново, Ҡыҙылъяр, Карюгин һәм Тәжрибә хужалығы ауылдарында һыу бүлеү ҡоролмалары һәм һыу селтәрҙәре төҙөү буйынса күләмле проект тормошҡа ашырылды.
Быйыл да республиканың 10 муниципаль берәмегендә ошо эште дауам итеү планлаштырыла. 2024 йыл аҙағына сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән халыҡ һанын 91,8 процентҡа еткереү күҙаллана.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: house.bashkortostan.ru
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)