Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Февраль 2023, 15:30

Өфөнөң Затон биҫтәһе үҫешә

Бында 1225 урынлыҡ мәктәп һәм 21-се, 23-сө кварталдарҙа ете яңы урам төҙөлә

Өфөнөң Затон биҫтәһе үҫешә
Өфөнөң Затон биҫтәһе үҫешә

Өфөнөң “Затон-Көнсығыш” биҫтәһендә 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө дауам итә.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең оператив мәғлүмәттәре буйынса, А, Б, В, Г мәктәп блоктарында кирбестән стена һалыу эштәре бара, Д. блогының ҡыйығын ябыу тамамлана. Бер үк ваҡытта инженер коммуникациялары үткәрелә.

Башҡортостанда иң ҙур мәктәптәрҙең береһен төҙөү 2022 йылдың мартында башланды. Социаль объекттың дөйөм майҙаны – 18,3 мең квадрат метрҙан ашыу. Төҙөлөштөң заказсыһы – республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы.

Күләмле төҙөлөш “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) һәм финанслау тураһында концессия килешеүе ярҙамында алып барыла.

- Затон биҫтәһе әүҙем үҫешә, яңы кварталдар төҙөлә, шуға ярашлы, халыҡ һаны арта. “Затон-Көнсығыш” биҫтәһендә мәктәпте файҙаланыуға тапшырыу заманса белем биреү процесын ойошторорға мөмкинлек бирергә тейеш, - тип белдерҙеләр Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтендә.

Бынан тыш, “Затон-Көнсығыш” биҫтәһен транспорт менән тәьмин итеү маҡсатында бер үк ваҡытта 21-се һәм 23-сө кварталдарҙа ете яңы урам төҙөлә.  Был “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Торлаҡ” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

Күләмле төҙөлөш “Мәғариф” милли проекты һәм финанслау тураһында концессия килешеүе ярҙамында алып барыла. Ул Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы һәм “Мәғариф” етенсе концессия компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында төҙөлдө.

- Затон биҫтәһе әүҙем үҫешә, яңы кварталдар төҙөлә, шуға ярашлы, халыҡ арта. “Затон-Көнсығыш” биҫтәһендә мәктәпте файҙаланыуға тапшырыу заманса белем биреү процесын ойошторорға мөмкинлек бирергә тейеш, - тип белдерҙеләр Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтендә.

Бынан тыш, “Затон-Көнсығыш” биҫтәһен транспорт менән тәьмин итеү,  яңы мәктәпкә барыу юлдарын булдырыу маҡсатында бер үк ваҡытта 21-се һәм 23-сө кварталдарҙа ете яңы урам төҙөлә.  Был “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Торлаҡ” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев белдереүенсә, 2023 йылға һәм 2024, 2025 йылдарҙың план осорона федераль бюджет проектына ҡаланың 450 йыллығына әҙерлек барышында Өфөлә төҙөләсәк өс ҙур социаль әһәмиәтле объектты финанслау индерелгән. Атап әйткәндә, һүҙ республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге, Затон-Көнсығыш биҫтәһендә 1225 урынлыҡ мәктәп, шулай уҡ баш ҡаланың Октябрь районында халыҡ-ара спорт көрәше үҙәге хаҡында бара. Белеүебеҙсә, "Мәғариф" һәм "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекттары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителде һәм ил күләмендә уңышлы тормошҡа ашырылып килә. 

Фото: rb7.ru

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: