Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Февраль 2023, 15:55

Лизинг ярҙамы исемлеге киңәйтелде

Унан файҙаланыусылар һаны байтаҡҡа артыр, тип күҙаллана.

Лизинг ярҙамы исемлеге киңәйтелде
Лизинг ярҙамы исемлеге киңәйтелде

Башҡортостандың  Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Төбәк лизинг компанияһы республика биләмәһендә теркәлгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн лизинг продукттары исемлеген киңәйтте. Хәҙер төбәктәге йүнселдәр лизингҡа ҡорамалдар ғына түгел, шулай уҡ йөк транспорты, автобустар, махсус техника, туризм өлкәһе өсөн бәләкәй суднолар һәм транспорт саралары алыу мөмкинлегенә эйә. Лизинг ярҙамы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы тормошҡа ашырыла.

– Продукттар исемлеген киңәйтеү һөҙөмтәһендә льготалы лизингтан файҙаланыусылар артасаҡ. Улар иҫәбенә ауыл хужалығы, туризм, транспорт һәм иҡтисадтың башҡа тармаҡтары предприятиелары ла инәсәк, – тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Лизингҡа продукттар элеккесә йылына алты һәм һигеҙ процент ставка буйынса 84 айға тиклем финанслау шарты менән биреләсәк. Гарантиялы ойошма поручитель булһа йәки залог тәьмин ителһә, аванс түләмәҫкә мөмкин. Иң ҙур финанслау күләме элеккесә 50 миллион һум тәшкил итәсәк.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: biznestur.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: biznestur.bashkortostan.ru

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: