Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йыл аҙағына тиклем баш ҡаланың Сағыу биҫтәһендә ике яңы урам – Яр буйы ғашиҡтар урамы һәм Сағыу бульвары барлыҡҡа киләсәк. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белдерҙе.
Проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Торлаҡ” проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Мәғлүм булыуынса, федераль программа яңы торлаҡ биҫтәләрендә социаль-әһәмиәтле объекттар төҙөлөшөнә өҫтәмә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелә.
Заказсының вәкилдәре әйтеүенсә, Яр буйы ғашиҡтар урамының оҙонлоғо – 608 метр, Сағыу бульварыныҡы 381 метр тәшкил итәсәк. Проекттарҙы тормошҡа ашырғанда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү саралары ҡаралған. Мәҫәлән, урамдарҙа яңы юл билдәләре барлыҡҡа киләсәк, горизонталь тамға һалынасаҡ. Шулай уҡ яҡтыртҡыстар ҡуйыу, ямғыр һыуҙарын ағыҙыу канализацияһын эшләү планлаштырылған. Бынан тыш, Яр буйы ғашиҡтар урамында газ селтәре үҙгәртеп ҡорола, 108 урынлыҡ туҡталҡа булдырыла, ә Сағыу бульварында велосипед юлы һалына.
Подряд ойошмаһы быйыл ғинуарҙа төҙөлөш-монтаж ғәмәлдәренә тотонған.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: ufacity.info
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)