Былтыр Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылында “Ҡурай” мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү башланды. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проекты маҡсаттарын бойомға ашырыу маҡсатында атҡарыла. Йәмәғәтселек биләмәһен төҙөкләндереү онлайн-тауыш биреү юлы менән һайланған. Унда иһә районда йәшәүселәр әүҙемлек күрһәткән.
Төҙөкләндереүҙең тәүге этабы тамамланған. Элекке котлован урынында хәҙер – пляж һәм ял итеү зоналары. Халҡы туғыҙ меңдән ашыу булған Асҡар өсөн һыу инеү өсөн дә төҙөкләндерелгән урын барлыҡҡа килгән.
Быйыл иһә “Ҡурай” паркын төҙөкләндереүҙең икенсе этабы планлаштырыла: амфитеатр, балалар һәм спорт майҙасыҡтары, велосипедта һәм йәйәү йөрөү һуҡмаҡтары барлыҡҡа киләсәк. Шулай итеп, “Ҡурай” тотош ғаилә менән ял итеү урынына әйләнәсәк.
Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан