Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Февраль 2023, 08:30

Был объектҡа иғтибар ҙур

Әлегә бында тәүге туғыҙ ҡатлы йорт төҙөлә, унда 180 ғаилә өй туйлаясаҡ

Был объектҡа иғтибар ҙур
Был объектҡа иғтибар ҙур

Октябрьский ҡалаһының яңы биҫтәһендә күп ҡатлы йорттар төҙөлә башланы. Әлегә унда тәүге туғыҙ ҡатлы йорт төҙөлә, унда 180 ғаилә өй туйлаясаҡ.

Күп фатирлы йорттарҙы Туймазы ҡалаһынан “КирпичХолдинг” компаниялар төркөмө төҙөй. Төҙөүсе фирма вәкиле Азат Хадиров бына нимә тине:

– Беҙ төҙөлөш сифатына һәм йортто файҙаланыу уңайлылығына баҫым яһайбыҙ. Дөйөм ҡулланылыштағы урындарҙы буямаҫҡа, ә заманса декоратив биҙәкләү материалдары менән нығытырға планлаштырабыҙ. Улай итһәң матур ҙа, тиҙ боҙолоп та бармай. Подъездың инеү төркөмө заманса буласаҡ. Халыҡтың функция һәм уңайлыҡ өҫтәйәсәк өр-яңы технологияларҙы (биләмәне видеокүҙәтеү системаһы, смартфонға сығарып видеодомофондар һ.б.) файҙаланыу мөмкинлегенә нигеҙ һалабыҙ.

Йорт төҙөлөшө әүҙем бара. Белгестәр йәйгеһен үк фатирҙарҙы биҙәү эштәренә тотонорға, ә 2023 йылдың дүртенсе кварталында объектты файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй.

Компания бер йортта туҡтап ҡалырға йыйынмай һәм бер ай эсендә өс күп ҡатлы йорт төҙөй башлаясаҡ. Төҙөлөш майҙансығында төҙөлөш сифатын һәм объектты һалыу ваҡытын күҙәтеүҙе контролдә тотҡан инспекторҙар йыш була.

Йорттар һалыу – эштәр алып барылған 33-сө биҫтәнең бер участкаһы ғына. Бер үк ваҡытта бында энергетика үҙәген төҙөүҙе, юлдар һәм коммуникациялар һалыуҙы дауам итәләр.

Яңы торлаҡ комплексы федераль субсидия йәлеп итеп, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Стимул” федераль программаһы буйынса төҙөлә. Шуға күрә бында ҡала яғынан да, Хөкүмәт йәһәтенән дә ҙур иғтибар бирелә.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Октябрьский ҡалаһы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: