Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Февраль 2023, 11:30

Мәҙәни сараларҙы онлайн ҡарап була

Тыуған яҡты өйрәнеү музейында үткән замандың бихисап мөһим ваҡиғаларына иғтибар бүленә

Мәҙәни сараларҙы онлайн ҡарап була
Мәҙәни сараларҙы онлайн ҡарап була

“Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә һәм Мәҙәниәт министрлығының “Рәсәй мәҙәниәте” порталында әһәмиәтле мәҙәни сараларҙы 100 онлайн-трансляциялауҙы уҙғарыу тураһында йөкләмәһен үтәү маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы конкурс иғлан итте.

26 ғинуарҙан 17 февралгә тиклем министрлыҡ мәҙәниәт учреждениеларынан спектаклдәрҙең, концерттарҙың, лекцияларҙың һәм башҡа әһәмиәтле мәҙәни сараларҙың онлайн-трансляцияларын ойоштороуға ғаризаларҙы һайлап алыу конкурсын уҙғара.

Салауат ҡалаһы музейы ағымдағы йылда әһәмиәтле саралар тапшырыу өсөн ике ғариза бирҙе. Был Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә йәшәүселәр өсөн мәҙәни именлекте арттырыу мөмкинлеген бирә.

 #музейсалаваттың тура эфирҙары яҙмаһын https://nasledie-salavat.ru/5513/31620/.һылтанмаһы аша ҡарарға була.

Тыуған яҡты өйрәнеү музейында үткән замандың бихисап мөһим ваҡиғаларына иғтибар бүленә. Мәҫәлән, "Алыҫ хәүефле һуғыш йылында"... – "Ленинград малайҙары" йырынан һүҙҙәр ҡаһарманлыҡ дәрестәрендә яңғыраны. 6 февралдә унда уҡыусылар килде. Уларға һуғыш заманы ваҡиғалары: Ленинград блокадаһы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙылған музыка һәм кинематография сәнғәтенең күренекле әҫәрҙәре хаҡында һөйләнеләр.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: