“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә Борай районының Иҫке Ҡарағош ауылындағы мәҙәниәт йортонда витаминлы эсемлектәргә арналған сара үткән. Бында Кәшкәләү ауыл биләмәһе мәҙәниәт һәм китапханалары хеҙмәткәрҙәре төрлө эсемлектәр, һуттар, ҡәһүә һәм сәйҙәр байрамын ойошторҙо.
“Айыҡ ауыл” конкурсы “Демография” милли проектының “Йәмәғәт сәләмәтлеген нығытыу” төбәк проекты сиктәрендә үткәрелә. Маҡсаты – сәләмәт йәшәү рәүеше традицияларын булдырыу һәм һаҡлау, алкоголь продукцияһын ҡулланыуҙы кәметеү, алкоголь ҡулланыуҙан үлем күрһәткестәрен кәметеү мәсьәләләрендә ауыл халҡының йәмәғәт әүҙемлеген һәм ауыл биләмәләренең урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген дәртләндереү. Фестивалдә һәм конкурста ҡатнашыусылар күптән инде “градуслы” эсемлекһеҙ күңел асырға өйрәнгән. Уның төп йүнәлештәренең береһе – сәләмәт йәшәү рәүеше.
“Ошондай матур байрам өсөн ойоштороусыға ҙур рәхмәт, барыһы ла яҡшы үтте. Бындай саралар һаулыҡты нығыта, ыңғай тәьҫораттар һәм яҡшы кәйеф бүләк итә”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Иҫке Ҡарағош ауылы халҡы.
Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Борай районы хакимиәте.