Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Февраль 2023, 10:30

“Йыл уҡытыусыһы” иң һәләтле педагогтарҙы асыҡланы

Баҡалы ауылы 1-се мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Юлиә Зарубина “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсының муниципаль этабы еңеүсеһе тип танылды

“Йыл уҡытыусыһы” иң һәләтле педагогтарҙы асыҡланы
“Йыл уҡытыусыһы” иң һәләтле педагогтарҙы асыҡланы

Баҡалы ауылының 1-се урта мәктәбендә "Йыл уҡытыусыһы" конкурсының муниципаль этабы уҙҙы. Конкурсты үткәреү йолаһы күптән “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә барлыҡҡа килде. Шул ваҡыттан алып ул һәр ваҡыт үҙенә яңы ҡатнашыусыларҙы ылыҡтыра.

Конкурс ижади эшләгән уҡытыусыларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, педагогтарҙың социаль статусын һәм уҡытыусы хеҙмәтенең абруйын күтәреү, иң яҡшы уҡытыусыларҙың инновацион педагогик тәжрибәһен таратыу, ижади үҫеш һәм педагогтарҙың үҙ-үҙен үҫтереүе өсөн мотивация мөхите булдырыу маҡсатында йыл һайын уҙғарыла.

Алты мәктәптең иң яҡшы педагогтары “Йыл уҡытыусыһы” исеме өсөн һәм район исеменән республика кимәлендә сығыш яһау хоҡуғы өсөн көрәшкән. Уларҙың барыһы ла конкурстың беренсе этабын үтте – район үҙәге мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр үткәргән. Икенсе турҙа ла ҡатнашыусылар эште лайыҡлы башҡарған. Уларҙың һәр береһе оҫталыҡ дәресе биргән. Технологияларҙың, алымдарҙың үҙенсәлекле һәм яңы булыуы; технологияларҙың һәм практик ҡулланыу һәләте, алымдарҙың төрлөлөгө һәм уларҙың дөрөҫ берләшеүе конкурс һынауының критерийҙары булды.

Бәйгеселәрҙең оҫталығын һәм профессионализмын мәғариф бүлеге белгестәре һәм бүлек начальнигы Регина Ворсина етәкселегендәге уҙған йылдарҙағы конкурс еңеүселәре составындағы абруйлы жюри баһалаған.

Баҡалы ауылы 1-се мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Юлиә Зарубина “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсының муниципаль этабы еңеүсеһе тип танылды.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Баҡалы районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: