“Красноусолдағы Н. Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары уҡытыусылары менән берлектә һалдаттар өсөн окоп шәмдәре һәм маскировка селтәрҙәре эшләй, - тип яҙҙы Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. – Красная Поляна ауылында йәшәүселәр дауалау өсөн майҙар, үлән сәйҙәре, витамин ҡушымталары булған тәмлекәстәр әҙерләй. Егеттәребеҙгә тыуған еренән бындай кәрәк-яраҡ һәм күстәнәс кәрәк буласаҡ. Ғафуриҙарға яҡташтарына ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт!”
Фотолар: Фәнзил Сыңғыҙовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.