Былтыр Башҡортостанда дөйөм майҙаны 3,063 миллион квадрат метр булған 40 мең фатир һәм 16 меңгә яҡын өй төҙөлгән. Был, 2021 йыл менән сағыштырғанда, 5,4 процентҡа күберәк. 110 меңдән ашыу ғаилә өй туйлаған.
Муниципалитеттарға килгәндә, Туймазыла (2021 йыл менән сағыштырғанда, 2,1 тапҡырға күберәк), Бөрөлә (ике тапҡыр), Стәрлетамаҡ һәм Салауатта (1,7 тапҡыр), Әбйәлил районында (1,7 тапҡыр) күберәк торлаҡ төҙөлгән.
Әбйәлил районында, бер мең йәшәүсегә иҫәп алғанда, 2 084, Иглин районында - 2 035 квадрат метр, Өфө районында 3 067 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Был – үткән йылдың иң яҡшы һөҙөмтәләре, тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектра министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.
Ә быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала төҙөлөшө” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: new-world-rpg.ru
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан