И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрында тифлокомментарий менән «Насретдиндың алтын ишәге» әкиәтен күрһәттеләр. Тифлокомментарий – сценарист төҙөгән һәм диктор уҡыған видеорәттең кадр артындағы тасуирламаһы.
Әкиәттә үҙенсәлекле тамашасылар булды. Тифлокомментатор Татьяна Рәжәпкина тере аңлатма биреп, балаларға сәхнәлә барған хәлдәрҙе «күрергә» ярҙам итте. Актерҙарҙың репликалары араһында тифлокомментатор сәхнәлә барған хәлдәрҙе: декорацияларҙы, артистарҙың костюмдарын, уларҙың хис-тойғоларын, хәрәкәтен тасуирланы.
Әйткәндәй, театрҙа ошо һәм башҡа бихисап спектаклдәр “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында үткәрелә. Мәҫәлән, республиканың мәҙәни донъяһын шаулатҡан “Ҡорос” (бер ат тарихы) спектакле лә милли проект сиктәрендә сәхнәләштерелде. Билдәле булыуынса, был спектакль нигеҙендә Миәкә районынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ат тарихы ята.
Бынан тыш, театр ҡараған Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә ошо уҡ проект сиктәрендә үткән йылдарҙа виртуаль зал асылғайны. Ул зал ярҙамында мәҙәни усаҡ сәхнәһендә барған тамашаларҙы донъяның төрлө мөйөшөнән инеп ҡарап була. Концерт-спектакль онлайн рәүештә күрһәтелә.
Берләшмә шулай уҡ “Пушкин картаһы” менән дә уңышлы эшләп килә. Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында йәш тамашасыларҙы йәлеп итә, йәш быуынды мәҙәниәт өлкәһенә ылыҡтыра.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек, “Мәҙәниәт” милли проекты Владимир Путиндың “май указдары”на ярашлы башҡарыла.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан