Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Февраль 2023, 18:45

Пациенттарға тренажер ярҙам итәсәк

Республика онокология диспансеры пациенттары һаулыҡтарын нығытһын өсөн учреждениеға яңы ҡорамалдар килтерелде. 

Пациенттарға тренажер ярҙам итәсәк
Пациенттарға тренажер ярҙам итәсәк

Дауахананың баш табибы Адель Измайлов билдәләүенсә, был ҡорамал пациенттың терәк-хәрәкәт аппаратын нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Ул диспансерҙың медицина реабилитацияһы бүлегендә урынлаштырылған.

- “Альтер Степ” медицина ҡорамалы күп функциялы: ул үҙендә ике мөмкинлекте туплаған. Беренсеһе – унда электрон рәүештә көйләп була торған баҫҡыс. Уны табип пациенттың кәүҙәһенә ҡарап көйләй ала, был реабилитацияның башында уҡ пациенттың хәлен күпкә шәбәйтергә ярҙам итә, - тип белдерҙе табип. 

Заманса видеоколоноскопҡа килгәндә, был ҡорамалға иһә киң мөмкинлектәргә эйә оптика урынлаштырылған, шулай уҡ ул тар спектраль ҡарау мөмкинлегенә эйә. Атап әйткәндә, был ҡорамал ҡан тамырҙарындағы кескәй генә күҙәнәктәрҙе лә күрергә, шул иҫәптән үҙгәрештәрҙе самаларға, күҙалларға ярҙам итә.

Адель Измайлов һөйләүенсә, видеоколоноскоп онкодиспансерҙа сирҙе асыҡлар, пациенттарҙы ваҡытында дауалар өсөн ҙур ярҙам булып тора. Улай ғына ла түгел, заманса талаптар буйынса эшләнгән аппарат тикшереү ваҡытында пациенттар өсөн артыҡ физик ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай.

Владимир Путиндың “Май указдары” сиктәрендә онкология сирен халыҡ араһында шаҡтай кәметергә, ошо сирҙән үлемде кәметеүгә йүнәлтелгән милли проект, ысынлап та, күптәрҙең ғүмерен оҙайта. Республика онокология диспансерына урынлаштырылған ҡорамалдар ҙа үҙ сиратында онкологик сирҙәр менән көрәштә үҙенең шаҡтай өлөшөн индерер тигән өмөт бар.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: