Ҡала башлығы Рөстәм Ғәзизов белдереүенсә, 2021 йылда 65 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелһә, 2022 был күрһәткес 94 мең квадрат метр тәшкил иткән. Улай ғына ла түгел, былтыр торлаҡ сәйәсәтендә йәнә бер ҙур проблеманы хәл итергә мөмкинлек килеп сыҡҡан.
- Былтыр, ниһайәт, “алданған өлөшсөләр” мәсьәләһе буйынса боҙ ҡуҙғалды: 64 алданған өлөшсө йылдар дауамында көтөп, үҙенең яңы фатир аҡсаһын ала алды, был тәңгәлдә шулай ҙа эшләйһе эштәр бар әле, - тине Рөстәм Фәрит улы ҡаланың төҙөлөш өлкәһе үҫеше буйынса йомғаҡлау ултырышында.
Әлбиттә, төҙөлөш йорттар һалыуҙы ғына күҙ уңында тотмай. Йорт янында кәм тигәндә мәктәп, балалар баҡсаһы, магазин, почта бүлексәһе һәм башҡа социаль-иҡтисади объекттар булыуы шарт. Был тәңгәлдә лә Стәрлетамаҡ уңайлы итеп төҙөлгән ҡалаларҙың береһе булып ҡала. Мәҫәлән, “Шихандар” төҙөлөш комплексында 25 ҡатлы өс йорт төҙөлгән, ул йорттарҙа йәшәүселәр әлеге уңайлыҡтарҙы үҙ биҫтәләрендә генә түгел, хатта йорттоң үҙендә лә тоясаҡ – социаль объекттар йорттоң үҙендә үк урынлаштырыла.
Улай ғына ла түгел, яңы биҫтәлә мотлаҡ юл һалынырға тейешлеген дә беләбеҙ. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер төҙөүселәр йортто тапшыра, ә бына кешеләр йәшәй башлағас та бер нисә йыл “тубыҡтан батҡаҡ кисеп” йөрөүен дауам итә.
Әлеге йәһәттән дә Стәрлетамаҡта торлаҡ тапшырыуҙа юлдар йорт һалынып бөткәс тә һалына бара. Мәҫәлән, әлеге кәңәшмәлә билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә ҡаланың “Яр буйы” биҫтәһендә юл һалынған. Биҫтәлә яңы йорттар ҡалҡа, социаль объекттар булдырыла. Төҙөлөштә Башҡортостан сода компанияһы ла ҙур өлөш индерә – компания үҙ хеҙмәткәрҙәренә йорттар төҙөй. Фатир өсөн 15 йыл дауамында өҫтәмә процентһыҙ бүлеп түләргә мөмкин.
Ҡалала төҙөлөш гөрләй, әммә яҡын киләсәктә йорт күтәреү өсөн буш ер бөтөүе лә ихтимал – әлеге ваҡытта ҡала етәкселеге ошо проблема менән мәшғүл. Бының өсөн күрше муниципалитеттар ярҙамында майҙанды ҙурайтырға мөмкин.
Әйткәндәй, Башҡортостандың Төҙөлөш министрылығы белдереүенсә, 2022 йылда, ғөмүмән, республикала төҙөлөш буйынса йомғаҡтар яҡшы: 40 мең фатир йәки 3,063 млн квадрат метрлыҡ 16 мең йорт төҙөлгән – был, 2021 йыл менән сағыштырғанда, 5,4 процентҡа күберәк тигән һүҙ. Атап әйткәндә, 110 мең ғаилә өй туйлаған. Стәрлетамаҡтан тыш, республикала алдынғы төҙөүселәр рәтендә Туймазы, Бөрө, Салауат һәм Әбйәлил дә бар – улар барыһы ла төҙөлөштә күрһәткестәрен арттырған.
Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты Владимир Путиндың “май указдары”на ярашлы тормошҡа ашырыла һәм миллионлаған ғаиләләрҙе торлаҡлы итә, уңайлы инфраструктура булдырырға ярҙам итә.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан