Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Февраль 2023, 17:15

Башҡа объекттар ҙа төҙөлә

Кушнаренда өс ҡатлы поликлиника асылыр тип көтөлә

Башҡа объекттар ҙа төҙөлә
Башҡа объекттар ҙа төҙөлә

Кушнарен ауылында өс ҡатлы поликлиника төҙөлә башланы. Объекттың дөйөм майҙаны биш мең тирәһе квадрат метр тәшкил итә.

- 2023 йылда социаль һәм мәҙәниәт өлкәләренә ҡараған 18 объектты төҙөүҙе дауам итергә һәм ҡуйылған ваҡытында тамамлауҙы планлаштырабыҙ, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.

Төҙөлөш-монтажлау эштәренә килешеү быйыл ғинуарҙа “Капитал Строй” компанияһы менән төҙөлгән. Подрядсы майҙансыҡта әҙерлек эштәрен башлаған да инде.

Бөгөн объектта төҙөлөш майҙансығының ваҡытлыса ҡоймалары һәм ҡоролмалары ҡуйыла. Подрядсы төҙөлөш-монтажлау эштәрен тулыһынса атҡарасаҡ, кабинеттарҙы йыһазландырыу өсөн ҡорамалдар килтерәсәк.

Поликлиниканы күтәреү буйынса төҙөлөш эштәрен 2024 йылдың октябрендә тамамламаҡсылар. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектары (национальные проекты “Жилье и городская среда”, “Здравоохранение”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә атҡарыласаҡ.

Фото: building.bashkortostan.ru

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: