Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы, Башҡортостанда Өфөнән М-5 “Урал” федераль трассаһына яңы сығыу юлын һалыу дауам итә. Объектта 2299 кеше эшләй, 236 берәмек махсус техника йәлеп ителгән.
Әле унда юл-файҙаланыу предприятиеһын төҙөй башлағандар, уның составына административ-хужалыҡ корпустары, локаль-таҙартыу ҡоролмалары, боҙлауыҡҡа ҡаршы саралар әҙерләү буйынса етештереү линияһы инә.
Баш ҡаланан көнсығыш яҡлап сығыу юлында автомобилдәрҙе Рәсәйҙә эшләнгән программа тәьминәте нигеҙендәге юл хәрәкәте менән идара итеүсе автоматлаштырылған система күҙәтәсәк.
– Системаны 2023 йылдың өсөнсө кварталында монтажлау күҙаллана. Система объекттың буйынан-буйына, күпер һәм уның аҫтындағы биләмәләрҙе лә күҙәтергә мөмкинлек бирәсәк, – тине Башҡортостан концессия компанияһының генераль директоры Асабали Закавов. – Диспетчерҙар реаль ваҡыт тәртибендә автомобиль ағымының тығыҙлығын, иҫәбен һәм уртаса тиҙлеген күрәсәк.
Объекттар сафҡа индерелгәндән һуң, Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлынан йөрөү түләүле буласаҡ. Хаҡты автомобилдәр категорияларына ҡарап ҡуясаҡтар. График буйынса юл япмаһын һалыу быйыл октябрҙә тамамланырға тейеш. Объектты файҙаланыуға тапшырыу 2023 йылдың аҙағына билдәләнгән.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: transport.bashkortostan.ru
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)