Камо Зилфугаряндың ауыл хужалығы кооперативына берләшеү тәҡдимен Борай районы фермерҙары хуплап ҡабул итә. Шулай итеп, 2019 йылда ит продукцияһы етештереү буйынса “Возрождение” ауыл хужалығы кооперативы барлыҡҡа килә, уға 10 пайсы инә.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, шул уҡ йылда кооператив ҡорамалдар һатып алыуға 1,35 миллион һум күләмендә грант ота. Аҡсаға пайсылар термотөтөн һәм һыуытыу камералары, моноблок, рефрижератор һатып ала.
– 2019 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы килемле проектты тормошҡа ашырыу өсөн грант алыу буйынса конкурста ҡатнаштыҡ. Проекттың хаҡы 1,5 миллион һум тәшкил итте, шуның 1,35 миллион һумы – грант аҡсаһы, 150 мең һумы – пайсыларҙыҡы, – ти кооператив рәйесе Камо Зилфугарян. – Әле ошо аҡса ваҡытында тулыһынса үҙләштерелде, ит эшкәртеү цехына ҡорамалдар һатып алып, уны сафҡа индерҙек. Тағы ла һыйыр малы һатып алдыҡ, ферма төҙөнөк. Быларҙың барыһы ла етештерелгән продукция күләмендә лә, һатыуҙа ла ыңғай сағылыш тапмай ҡалманы, әлбиттә.
“Возрождение” бөгөн – йылдам үҫеүсе берләшмә. Кооператив “АгроКомплекс”, “Беҙҙең бренд” һәм “Башҡортостан продукты” республика күргәҙмәләрендә миҙалдар һәм дипломдар менән баһаланған. Ул ит деликатестары сығара. Продукцияһы Борай, Балтас, Тәтешле райондары, Нефтекама магазиндарында һатыла.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: agriculture.bashkortostan.ru
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)