Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Нерал-Продукт” дистрибуцион-логистика компанияһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына (национальный проект “Производительность труда”) ярашлы сараларҙы тормошҡа ашырыуҙы тамамланы. Һаҡсыл технологияларҙы ғәмәлгә индереү һөҙөмтәһендә предприятие тәүлек эсендә эшкәртелгән һәм тейәп оҙатылған тауарҙың күләмен арттырҙы. Был турала республика иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов хәбәр итте.
– Предприятиела тауарҙы ҡоро һәм һыуыҡ келәттәрҙә күсереү процесын ҡулайлаштырғандар. Был эшкә тиклем “Нерал-Продукт”та табыш кәмегән һәм келәттәрҙә тауарҙың сығымы саманан тыш күп булған. Алты ай эсендә предприятие пилот участкаһында етештереүсәнлекте 20 процентҡа арттырған: хәҙер хеҙмәткәрҙәр 377 килограмм тауарҙы эшкәртә ала, проектҡа тиклем был күрһәткес 303,8 килограмм тәшкил иткән. Эш барышында тотҡарлыҡтар ҙа 1,7 тапҡырға кәмегән, – тине ул.
“Нерал-Продукт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Өфө ҡалаһында урынлашҡан, 1995 йылдан һөт ризыҡтары, сыр, макарон, ярма, кондитер ризыҡтары өлкәһендә аҙыҡ-түлек дистрибуцияһы менән шөғөлләнә. Компанияла 80-дән ашыу кеше эшләй. Предприятиела милли проект нигеҙендә ойошторолған эш төркөмө Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары менән берлектә ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе лә асыҡлаған.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: economy.bashkortostan.ru
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)