Рөстәм Фәрит улы билдәләүенсә, 1-се гимназияла, мәҫәлән, канализация таҙартыла, киләһе аҙнала бинаны йылыта башлаясаҡтар. Бынан тыш, акттар залын демонтажлайҙар. Әйткәндәй, был элекке “Ҡайынҡай” шифаханаһы булған, хәҙер ул, үҙгәртеп ҡоролоп, 1-5-се кластар өсөн уҡыу бинаһы итеп реконструкцияланасаҡ.
Бинала йәмғеһе 180 балаға белем биреү планлаштырыла. Гимназия ҡаланың ғына түгел, республиканың алдынғы уҡыу йорттарының береһе һанала, йылдан-йыл белем усағы киңәйә һәм үҫешә, әлеге проект та шәп уҡыу йортонда уҡырға теләүселәрҙең һаны арта барыуға бәйле тормошҡа ашырыла. Бинала мәктәпкәсә төркөмдәр, физкультура-спорт, ял зоналары, спорт майҙансығы, ашхана, китапхана-мәғлүмәт үҙәге, акттар залы ла урынлашасаҡ.
29-сы мәктәптә иһә ҡала етәксеһе эштәр графикка ярашлы барғанын билдәләп китте. 4-се ҡатта ремонт эштәре тамамланып та килә, ә бына спорт залы һәм ашханала ремонт башланған мәл.
Рөстәм Ғәзизов төҙөүселәр менән аралашҡанда матурлыҡҡа һәм уңайлыҡҡа ғына түгел, хәүефһеҙлеккә лә иғтибар итергә ҡушты. Атап әйткәндә, электр сымдарын стена һәм түбәгә беркетергә кәрәклеген атаны.
Мәктәптең эсендә генә түгел, ихатаһында ла ремонт кәрәк – яҙ етеү менән асфальт йәйеләсәк, ГТО тапшырыу өсөн майҙансыҡ эшләнәсәк, ағастар ултыртыласаҡ.
19-сы мәктәп иһә 1953 йылда төҙөлгән ике бинала урынлашҡан, шуға бында ла ремонт – көтөп алынған ваҡиға. Бер бинала ремонт барған арала балалар икенсе бинала уҡып торасаҡ. Ә 30-сы мәктәп уҡыусылары яңы бинала белем алыр өсөн ваҡытлыса 1-се лицейға “өйҙәш” булып торасаҡ.
Ремонт эштәре гөрләй, өс мәктәптә лә улар тиҙерәк тамамланып, уҡыусылар яңы бинала яңы еңеүҙәргә өлгәшһен тип теләргә ҡала.
Әйткәндәй, белем усаҡтарында ремонт, ил Президенты Владимир Путиндың “май указдарына” ярашлы, “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә эшләнә.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан