Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Февраль 2023, 10:30

Торлаҡ өсөн күпме түләргә?

Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәте башлығының ҡарары бар.

Торлаҡ өсөн күпме түләргә?
Торлаҡ өсөн күпме түләргә?

Өфөлә, баш ҡала хакимиәте башлығының ҡарарына ярашлы, хосусилаштырылмаған торлаҡта йәшәү хаҡы билдәләнгән. Һүҙ муниципалитетҡа ҡараған, хосусилаштырылмаған торлаҡ биналары, шулай уҡ айырым категория граждандарға, мәҫәлән, коммуналь хеҙмәткәрҙәргә ваҡытлыса файҙаланыу өсөн бирелгән муниципаль торлаҡ тураһында бара. 

2023 йылдың ғинуарынан социаль найм килешеүе һәм алты ҡатҡа тиклемге күп фатирлы йорттарҙағы муниципаль торлаҡ фонды буйынса торлаҡ бинаһын файҙаланыу килешеүе буйынса хаҡ дөйөм майҙандың бер квадрат метры өсөн 7,46 һум кимәлендә хаҡ ҡуйыла. Ә алтынан юғарыраҡ ҡатлы йорттарҙа иһә был хаҡ 8,10 һум тип билдәләнгән.

2020  йылдың февралендә ҡабул ителгән хаҡтар ғәмәлдән сыҡҡан тип иҫәпләнә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарының береһе – уртаса килемле граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү.

Фото: moyaokruga.ru

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: