Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Февраль 2023, 09:30

Белемде камиллаштырырға, яратҡан эшеңде асырға мөмкин

Бөтә Рәсәйҙә «Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты сиктәрендә бушлай уҡытыу федераль программаһы ғәмәлгә инде.

Белемде камиллаштырырға, яратҡан эшеңде асырға мөмкин
Белемде камиллаштырырға, яратҡан эшеңде асырға мөмкин

Башҡортостанда, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, «Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты сиктәрендә бушлай уҡытыу федераль программаһы ғәмәлгә инде.

Проектта 50 йәштән өлкән граждандар, өс йәшкәсә бала тәрбиәләү буйынса отпускыла булған ҡатын-ҡыҙҙар, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың эшләмәгән әсәләре, 35 йәшкәсә дәғүәселәрҙең айырым категориялары, шулай уҡ эшһеҙҙәр йәки эштән бушатылыу хәүефе янаған граждандар ҡатнаша ала.

2022 йылда республикала 6,3 меңдән ашыу кеше ошондай мөмкинлектән файҙаланған. Уларҙың 84 проценты уңышлы эшкә урынлашҡан: был - Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, республиканың мәшғүллек үҙәктәре тарафынан тормошҡа ашырылған был программа халыҡта ҙур популярлыҡ менән файҙалана, шуға күрә йыл һайын квотаның арттырып үтәлеше күҙәтелә.

- 2022 йылда Башҡортостан өсөн 5010 кешегә квота билдәләнде (был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында 4-се һәм Рәсәйҙә 11-се урынды биләй). Әммә уҡырға теләүселәр һаны квотанан ярайһы уҡ артып киткән (26,4 процентҡа) һәм һөҙөмтәлә 6335 кеше уҡып сыҡҡан. Шуларҙың 5344-е эшкә урынлашҡан, мәшғүллеген һаҡлап ҡалған, үҙ эшен асҡан. Эшкә урынлаштырыу кимәле 2022 йыл йомғаҡтары буйынса 84 процент тәшкил иткән, был Рәсәй Федерацияһында 8-се урын тигәнде аңлата.

2023 йылда «Демография» милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың 2,9 мең самаһы кешеһе яңы белем ала аласаҡ. Ләкин был - республика өсөн минималь квота, әгәр былтырғы кеүек, халыҡ араһында ҙур ихтыяж булһа, беҙ барлыҡ теләүселәрҙе ҡайтанан уҡытырға әҙер буласаҡбыҙ. Шуны әйтергә кәрәк: программа уңышлы эшләй һәм граждандарға яңы һөнәр алыу ғына түгел, йыш ҡына күңелдәренә оҡшаған эш табырға ла ярҙам итә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Ленара Иванова.

Мәҫәлән, «Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты ярҙамында Бүздәк ауылында йәшәүсе Фиданиә Муллагәрәева күңеленә ятҡа шөғөлдө килем килтергән эшкә әүерелдерәгн. Ҡыҙ биналарҙың нәфис биҙәлеше - фитодизайн менән мауыҡҡан һәм бының менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнергә хыялланған.

- Бер йыл элек мин Бүздәк районының мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иттем, унда миңә «Бизнес-планлаштырыу» квалификация күтәреү курстарын үтергә тәҡдим иттеләр, - ти программала ҡатнашыусы. - Яңы белем оҫтаханамды үҫтереү планын булдырырға ярҙам итте. Артабан әҙер бизнес-проект менән йәнә мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт иттем, финанс ярҙамы һораным. Үҙмәшғүл булараҡ, мин 153 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алдым. Был аҡса оҫтахана өсөн ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтелде. Заказдарҙың бөтә республиканан ғына түгел, сиктәш төбәктәрҙән (Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән һәм Татарстан Республикаһынан) килеүе минең өсөн ҙур ҡыуаныс, - ти Фиданиә Муллагәрәева.

2021 йылдан программала ҡатнашыуға ғаризаны онлайн режимында бирергә мөмкин. Бының өсөн «Рәсәйҙә эш» порталында ғариза ҡалдырырға кәрәк. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда йәшәүселәргә 100-ҙән ашыу белем биреү программаһы буйынса уҡыуға яҙылыу мөмкинлеге бар. Был исемлек даими тулыландырыласаҡ һәм яңырып торасаҡ. Уҡытыу төбәк хеҙмәт баҙарында талап ителгән йүнәлештәр буйынса алып барыла.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: mintrud.bashkortostan.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: