Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Февраль 2023, 11:30

Мәсәғүттә Өфө медицина колледжы филиалы асылды

Тантанала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ҡатнашты.

Мәсәғүттә Өфө медицина колледжы филиалы асылды
Мәсәғүттә Өфө медицина колледжы филиалы асылды

- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, беҙ республика буйлап медицина колледждарының дүрт филиалын астыҡ. Был беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки бөгөн кадрҙарға мохтажбыҙ. Әле Мәсәғүттә "Шәфҡәт туташы эше" белгеслеге буйынса 25 кеше уҡый, артабан был һан арттырыла, - тип билдәләне Айрат Рәзиф улы.

Яңы филиал поликлиникала һәм Мәсәғүт муниципаль-ара үҙәге бинаһында урынлашҡан. Уҡыу процесы өсөн парта, ултырғыстар, таҡталар, шулай уҡ ноутбуктар, компьютерҙар, принтерҙар, интерактив панель, телевизор һәм проекция экраны һатып алынған. Китапханала бөтә кәрәкле әҙәбиәт һәм электрон ресурстар менән файҙаланыу мөмкинлеге бар. Медицина манипуляцияларын үткәреү өсөн манекендар, симуляторҙар, тренажерҙар һатып алынған. Кабинеттарҙы капиталь ремонтлауға һәм йыһазландырыуға республика бюджетынан 10 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

- Дөйөм дисциплиналарҙы - урындағы педагогия колледжы, медицина дисциплиналарын дауахана хеҙмәткәрҙәре уҡытасаҡ. Лекцияларҙың бер өлөшөн ситтән тороп Өфө медицина колледжы уҡытыусылары уҡыясаҡ. Студенттар аҙнаға бер тапҡыр Өфөгә килә. Сығымдарҙы үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ, шулай уҡ уларға ятаҡ биреләсәк, - тип һөйләне Өфө медицина колледжы директоры Илдар Ғиләжев.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, медицина колледждарының филиалдары шулай уҡ Октябрьскийҙа, Учалыла һәм Нефтекамала асылды. Был һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында урта медицина персоналын арттырырға мөмкинлек бирәсәк һәм, һис шикһеҙ, республика халҡына медицина ярҙамы сифатында һәм кимәлендә сағыласаҡ, шулай уҡ абитуриенттарҙың күрше төбәктәргә китеүен туҡтатасаҡ.

Бөтә башҡарылған эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән тормошҡа ашырылған "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты бурыстарына һәм маҡсаттарына тура килә.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте

Сығанаҡ: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/518831/

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Мәсәғүттә Өфө медицина колледжы филиалы асылды
Мәсәғүттә Өфө медицина колледжы филиалы асылды
Мәсәғүттә Өфө медицина колледжы филиалы асылды
Мәсәғүттә Өфө медицина колледжы филиалы асылды
Мәсәғүттә Өфө медицина колледжы филиалы асылды
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: