Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикалағы йәмәғәт киңлектәренең йөҙө әүҙем үҙгәрә, ҡала, ауылдарҙа ял итеү урындары артҡандан-арта бара.
Мәҫәлән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы, Стәрлетамаҡ районының Мариинский ауылында былтыр йәмәғәт киңлеген төҙөкләндергәндәр. Биләмәлә балалар майҙансығына резина япма түшәлгән, тротуарға таш һәм плитә һалынған. Кольцов урамында спорт һәм балалар майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, сүп-сар һауыттары, эскәмйәләр һәм яҡтыртҡыстар ҡуйылған.
Ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй ауылында мәҙәниәт һәм ял паркы төҙөкләндерелгән. Бында балалар, спорт, воркаут майҙансыҡтары асылған, велосипед юлы һалынған, арт-объекттар ҡуйылған, асфальт түшәлгән, биләмә ҡоймаланған һәм яҡтыртылған.
Өфө районындағы Нижегородка ауылының үҙәк майҙанында йәйәүлеләр зонаһы, ял итеү майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән, яҡтыртҡыстар ҡуйылған, шулай уҡ майҙан биләмәһендә сәхнә төҙөлгән, балалар автоҡаласығы, лабиринт асылған, эскәмйәләр, арт-объекттар, бәүелсәктәр эшләнгән.
Милли проект нигеҙендә тормошҡа ашырылған саралар ярҙамында 2022 йылда Башҡортостанда 126 йәмәғәт биләмәһе тәртипкә килтерелгән, быйыл йәнә 122 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: house.bashkortostan.ru
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)