Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Февраль 2023, 13:00

Юлдағы хәлде аҡыллы система күҙәтә

Интеллектуаль транспорт системаһын ғәмәлгә индереү 2025 йылға тиклем дауам итәсәк.

Юлдағы хәлде аҡыллы система күҙәтә
Юлдағы хәлде аҡыллы система күҙәтә

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы бинаһында Юл хәрәкәтенә идара итеү үҙәге асылды. Уның төп маҡсаты – юлда төрлө ваҡиғалар була ҡалһа, йылдам эш итеү.

Үҙәк нигеҙендә интеллектуаль транспорт системаһы ойошторола. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы, Өфө агломерацияһында ғәмәлгә индерелә. Светофорҙар селтәрен камиллаштырыу системаның төп йүнәлештәренең береһен тәшкил итә.

– Әле Өфөнөң иң йәнле юл саттарында 50 светофор яңыртылған. Улар юлдағы хәл-ваҡиғаларға мониторинг яһай, хәрәкәтте көйләй. Йыл аҙағына тиклем уларҙың һаны йәнә 51-гә артасаҡ. Интеллектуаль транспорт системаһы йәмәғәт транспортының - автобус, троллейбус һәм трамвайҙарҙың эш сифатын күҙәтергә мөмкинлек бирә, – тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Дәүләт килешеүенә ярашлы, интеллектуаль транспорт системаһын ғәмәлгә индереү буйынса эш 2025 йылға тиклем дауам итәсәк. Программаны тормошҡа ашырыу барышында бөтәһе 140 интеллектуаль светофор ҡуйыу күҙаллана. Проектты тормошҡа ашырыуҙың киләһе этабында Стәрлетамаҡ агломерацияһында ошондай уҡ система ғәмәлгә индереләсәк.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: transport.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: