Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Февраль 2023, 09:30

Өфө районы алда бара

Был исемлектә тағы Октябрьский, Сибай, Благовещен, Дәүләкән һәм башҡалар бар.

Өфө районы алда бара
Өфө районы алда бара

Өфө районы “Төҙөлөш өсөн ер” проектын тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаларын күберәк алыусы муниципаль берәмектәр араһына инде. 2023 йыл башына, проектҡа ярашлы, төҙөлөш өсөн яраҡлы тип асыҡланған 219 ер участкаһы тәшкил итте, тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Ә был иһә барлығы 63,3 гектар ер. Ошо хаҡта “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров һәм хакимиәттең структура бүлексәләре етәкселәре менән күсмә кәңәшмәлә әйтте.

- “Төҙөлөш өсөн ер” – “Росреестр” тарафынан Йәмәғәт кадастр картаһы базаһында барлыҡҡа килгән һәм торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкалары, биләмәләре тураһындағы мәғлүмәттәрҙе урынлаштырыу өсөн берҙәм мәғлүмәттәр ресурсы. Ул инвесторҙарға һөм төҙөүселәргә үҙ эшмәкәрлеген планлаштырырға, торлаҡ төҙөлөшөн үҫтерергә, төбәк биләмәһендә кешеләргә йәшәү өсөн уңайлылыҡ тәьмин итеүгә булышлыҡ итә, - тип хәбәр итте Петр Клец.

Өфө районынан тыш, был күрһәткес буйынса лидерҙар иҫәбенә Октябрьский ҡалаһы (93), Сибай (67), Благовещен (64), Дәүләкән (19), Салауат (15), Өфө (14 участка) ингән. Ә асыҡланған ер участкалары иҫәбе буйынса Яңауыл (дөйөм майҙаны 157,5 гектар булған өс ер участкаһы ) һәм Баймаҡ (дөйөм майҙаны 152,4 гектар булған ике участка) алда бара.

2023 йыл аҙағына асыҡланған ер участкалары, биләмәләре 2,5 тапҡырға арттырылырға һәм 3306,41 гектар тәшкил итергә тейеш. Ә был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: ru.pinterest.com

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20191/

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: