Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Февраль 2023, 11:30

Милли проектҡа ярашлы Өфө урамдары яңыра

2017 йылдан алып 130-ҙан ашыу объект төҙөкләндерелгән.

Милли проектҡа ярашлы Өфө урамдары яңыра
Милли проектҡа ярашлы Өфө урамдары яңыра

Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалабыҙҙа быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) буйынса ете урам һәм юл селтәре участкаһын, шул иҫәптән Демьян Бедный урамын ремонтлау ҡаралған. Ул Глазов урамынан алып юл айырсаһы менән киҫешкән ергә тиклем яңыртыла. Төҙөкләндерелгән участканың дөйөм оҙонлоғо 1,5 саҡрым тәшкил итә. Объектта ремонтты юлсылар быйыл башлап, киләһе йыл тамамлаясаҡ.

Яңы Рәсәй урамында төҙөкләндереү ахырына яҡынлаша. Төп ғәмәлдәр бында 2022 йылда башҡарылған. Быйылға тротуарҙарҙы, туҡталыштарҙы тәртипкә килтереү, юл тамғаһы һалыу күҙаллана.

Мәғлүм булыуынса, Өфө “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектында әүҙем ҡатнаша. Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә билдәләүенсә, 2017 йылдан алып 130-ҙан ашыу урам-юл селтәре объекты төҙөкләндерелгән. Әйткәндәй, быйыл Өфөлә милли проект нигеҙендә Зинин ауылы янында юл айырсаһы төҙөү, Бейеклек, Эшсе хәбәрселәр урамдарын төҙөкләндереү кеүек ҙур проекттар тормошҡа ашырыласаҡ.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ufacity.info

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: