Милли проекттар
16 Февраль 2023, 07:35

Салауатта ҙур коллектор төҙөйҙәр

Ҡалала күп фатирлы йорттар һалыу ҙа әүҙем бара.

Салауатта ҙур коллектор төҙөйҙәрСалауатта ҙур коллектор төҙөйҙәр
Салауатта ҙур коллектор төҙөйҙәр

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Салауат ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Торлаҡ” федераль проектына ингән “Стимул” программаһына ярашлы, әүҙем төҙөлгән биҫтәләрҙә ямғыр һыуҙары канализацияһы магистраль коллекторы төҙөү күҙаллана. Шулай уҡ ҡалала 2026 йылға тиклем торлаҡ майҙанының әлеге 31 мең квадрат метрҙан ике тапҡырҙан ашыуға артыуы көтөлә.

– Ошо программа буйынса торлаҡ төҙөлөшөн дәртләндереү өсөн 2024 йылға тиклем республикала 22 инженерлыҡ һәм транспорт инфраструктураһы объектын төҙөргә кәрәк. Был бурыс үтәлгән осраҡта өс миллион квадрат метр самаһы торлаҡ сафҡа инәсәк. Былтыр ете инженерлыҡ инфраструктураһы объекты барлыҡҡа килде, һөҙөмтәлә бер миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа инде, – тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.

Әйткәндәй, яңы объектты Салауат ҡалаһының көнсығыш өлөшөндәге 6-сы биҫтәлә төҙөү ҡарала. Биҫтә биләмәһендә дөйөм майҙаны 21 мең квадрат метрлыҡ өс күп фатирлы йорт һалынған. Ә эргәләге 8-се биҫтәлә күп фатирлы ете йорт ҡалҡып сыҡҡан.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: building.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас