Кушнаренко районының бизнес-шәрифе Марат Латипов белдереүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) районда маҡсатлы эш алып барыла.
«Эске сәләмәтлек - тышҡы матурлыҡ» девизы менән Кушнаренко районынан Олеся Моратшина “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡан, сара Кушнаренко районы хакимиәтендә үткән.
Күп балалы әсә бер нисә йыл элек өй шарттарында тәбиғи компоненттарҙан косметик саралар эшләү менән мауыға. Шампунь һәм крем һатып алыусыларҙан яҡшы баһа алып, яңы заказдар килә башлай. Шул рәүешле үҫемлек һәм эфир майҙары, витаминдар һәм минералдар нигеҙендә тәбиғи косметиканың яңы брендын булдырыу идеяһы барлыҡҡа килә.
- Был идеяны хупланыҡ – проектҡа ярашлы ярҙам программаһын һайланыҡ һәм субсидия алыу өсөн документтар әҙерләргә булышлыҡ иттек. Был аҡсаға ул продукция етештереү һәм сеймал һаҡлау өсөн яңы ҡорамалдар, шулай уҡ косметик флакондар һәм тубалар һатып ала алды, - ти бизнес-шәриф Марат Латипов.
2023 йылдың февраленә Олеся Моратшинаның шампунь, крем, сывороткалар, тониктар һәм башҡа брендтары төрлөләнде. Ир-егеттәр өсөн махсус рәүештә продукцияның айырым төрҙәре лә булдырылған, уға шампунь, дезодорант һәм һаҡал-мыйыҡты тәрбиәләү өсөн майҙар инә. Бөтә косметика экологик яҡтан таҙа, составында сульфаттар, парабендар һәм силикондар юҡ, йәшел консерванттар ғына ҡулланыла - был формальдегидтар һәм галогендары булмаған консерванттарҙың һуңғы быуыны.
Олеся Моратшина әҙер продукцияны төрөү өсөн яңы ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға йәлеп итеү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: Марат Латипов.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан