Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Февраль 2023, 09:15

24 ғаилә яңы торлаҡлы булды

Фатирҙарға авария хәлендәге торлаҡтан күсеп килгәндәр

24 ғаилә яңы торлаҡлы булды
24 ғаилә яңы торлаҡлы булды

Ҡариҙел районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ҡариҙел ауылының Йәштәр биҫтәһендәге Парк урамында урынлашҡан яңы өс ҡатлы йорт йәшәү өсөн тулыһынса әҙер. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло кәметеүҙе тәьмин итеү” федераль проектына ярашлы төҙөлгән.

24 фатирлы йорт 2021 йылда һалына башлай. Бөтә фатирҙарҙа ла эске биҙәү эштәре башҡарылған, сантехника һәм электр плитәләре, янғын хәүефһеҙлеге ҡулайламалары ҡуйылған. Ихатала балалар майҙансығы, ял зонаһы бар.

Яңы фатирҙарға Гагарин урамындағы 7-се, Коммуналь урамдағы 4-се һәм Комсомол урамыындағы 24-се авария хәлендәге йорттарҙа йәшәгәндәр күскән. Бушатылған иҫке торлаҡтың дөйөм майҙаны – 390 квадрат метрҙан ашыу.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/406354#scroll

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: