“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект "Производительность труда") сиктәрендә һаҡсыл технологиялар индереү арҡаһында “Яңы технология” предприятиеһы өс тапҡырға тиерлек етештереү күләмен арттырған. Иҡтисади һөҙөмтә күрһәткесенең 40 миллион һумдан артып китеүен билдәләй Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
-Ресурстарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу, үҙҡиммәттең кәмеүе, эш шарттарын яҡшыртыу – һаҡсыл технологияларҙы индереүҙәге төп маҡсат булып тора, - тине ведомство етәксеһе. – Күп процестарҙы оптиммәлләштереп, предприятитиелар сығарған әйберҙәр һанын да арттыра ала. Был республика өсөн предприятиеларҙың көнәркәшлек һәләте күтәрелеүен сағылдыра, һөҙөмтәлә, ҡаҙна килеме лә арта.
“Яңы технологиялар” предприятиеһы автоматлы төркөм үлсәү ҡулайламалары өсөн запас частар, үлсәү ҡорамалдары, нефть промысел ҡорамалдары һәм башҡа нәмәләр етештерә. Милли проект сиктәрендә автоматлы үлсәү ҡулайламаһын йыйыу ваҡытын бер айҙан ун көнгә тиклем кәметеү, шулай уҡ кәмселектәрҙе аҙайтыу, ғөмүмән, һөҙөмтәлелекте күтәреү маҡсаты ҡуйылды.
Компания хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә төбәктең компетенциялар үҙәге эксперттары менән берлектә участкала әлеге хәлдең анализын үткәрҙе, производство булмаған юғалтыуҙарҙы асыҡланы һәм уларҙы кәметеү буйынса план төҙөнө. Һөҙөмтәлә, комплекттағы әйберҙәрҙең ваҡытында килтерелмәүен асыҡлана. Был иһә, әҙер продукцияны оҙатыу тотҡарланыуына йоғонто яһаған була.
“Шулай уҡ милли проектта ҡатнашыу осоронда эшсе төркөмөн уҡытыу үткәрелгән, эталон участкаһы ойошторолған, унда хеҙмәткәрҙәр һаҡсыл производство ҡоралдары менән танышҡан һәм уларҙы ҡулланыу тәжрибәһе алған, –ти төбәктең компетенциялар үҙәге эксперты Александр Кукушкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ , “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты 2018 йылда ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы раҫланған. Милли прокттың маҡсаты- 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыу.
Фото: bash.news