Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Февраль 2023, 08:15

Мәҙәни мираҫ объекттары – реестрҙа

Уларҙың тулы исемлеге менән Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының сайтында танышырға мөмкин

Мәҙәни мираҫ объекттары – реестрҙа
Мәҙәни мираҫ объекттары – реестрҙа

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы күсемһеҙ милек реестрына 412 мәҙәни мираҫ тураһында мәғлүмәттәрҙе индерҙе.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был тарихи һәм мәҙәни ҡиммәткә эйә объекттар – төбәктәге дөйөм һандың 74 проценты. Йыл аҙағына тиклем ойошмаға тағы 141 мәҙәни мираҫ объекты тураһындағы мәғлүмәттәрҙе индерергә кәрәк. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

 – “Росреестр” берҙәм күсемһеҙ милек реестрына тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәре тураһындағы мәғлүмәттәрҙе индереү буйынса эште дауам итә. Был – Башҡортостанда “Киңлек мәғлүмәттәренең милли системаһы” дәүләт программаһын Башҡортостанда тормошҡа ашырыуҙың айырылғыһыҙ өлөшө. Реестрҙа был мәғлүмәттәрҙең булыуы биләмәләр үҫешен планлаштырғанда, ер участкаларын биргәндә,  төҙөлөш планын эшләгәндә, бындай объекттарҙың зыян күреүен йәки бөтөрөлөүенә юл ҡуймаҫҡа булышлыҡ итә, - тип белдерҙе “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марат Мирйәнов.  

Күсемһеҙ милектең мәҙәни мираҫмы, түгелме икәнлеген белеү өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә, “Роскадастр”ҙа, “Росреестр”ҙа, шулай уҡ күп функциялы үҙәктә офистарында күсемһеҙ милек берҙәм дәүләт реестрынан белешмәгә заказ биреп белергә була. Ә мәҙәни мираҫ объекттарының тулы исемлеге менән Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының сайтында танышырға мөмкин.

Фото: skyscrapercity.com

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: