Башҡортостандың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә республиканың спорт министры Руслан Хәбибов Өфөлә өр-яңы футбол майҙанын ҡарап сыҡты. Объект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты нигеҙендә төҙөлгән.
Манеж айырым торған бер ҡатлы бинаны тәшкил итә. Төҙөлөш майҙаны – 6,73 мең квадрат метр, шул иҫәптән футбол майҙаныныҡы – биш мең квадрат метрға яҡын, залда тамашасылар өсөн урындар ҡаралмаған. Спортсылар өсөн душ һәм санузел, һәр береһе 10 кешегә иҫәпләнгән дүрт кейем алмаштырыу бүлмәһе, йәнә тренерҙарға айырым кейем алмаштырыу бүлмәһе йыһазландырылған. Манежда шулай уҡ медицина пункты ла асыласаҡ.
“Беҙҙең төп бурыс – республика халҡына спорт менән шөғөлләнеү өсөн яңы майҙансыҡтар асыу. Ошо йәһәттән мөмкин булғандың барыһын да эшләрбеҙ, сөнки беҙ – бер команда!” - тине Руслан Хәбибов.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/401840#scroll