Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары грант конкурстарында еңеп, аҡсалата ярҙам ала, был перспективалы идеялар уларға бизнесты уңышлы үҫтерергә ярҙам итә.
2022 йылдың декабрендә «УМНИК» программаһының финалында еңеүселәр билдәләнде. «УМНИК» программаһы буйынса инновация проектын үҫтереүгә 12 айға 500 мең һум күләмендәге грант алыу мөмкинлеге бирә. Был конкурста аграр университеттың 4-се курс студенты Фирүзә Мөхәмәтйәнова «Сәләмәт туҡланыу өсөн кәзә һөтө нигеҙендә үҫемлек компоненты менән импортты алмаштырыусы технология һәм йомшаҡ сыр составын әҙерләү» темаһына проектты уңышлы яҡлап, инновация проектын үҫтереү өсөн 500 мең һум күләмендә грант отто.
Фәнни етәксеһе – ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, доцент Светлана Канарейкина. Проектты тормошҡа ашырыуға 12 ай бирелә, ул ике этапҡа бүленә. Беренсе этап – ғилми-тикшеренеү эшен үткәреүҙе, ә икенсеһе проектты әҙерләүҙе һәм тормошҡа ашырыуҙы үҙ эсенә ала. Фәнни тикшеренеүҙәр аҙыҡ-түлек технологиялары факультетының «Сыроварня» лабораторияһы базаһында үткәреләсәк.
«Беренсе тапҡырҙан бындай һөҙөмтәгә өлгәшермен тип уйламағайным, сөнки конкурста бер нисә йыл рәттән ҡатнашҡан студенттар ҙа күп ине. Мин үҙемде һынап, тәжрибә туплау маҡсатын ҡуйғайным. Көтмәгәндә уңыш йылмайҙы. Хәҙер эште артабан дауам итеү, проектты тормошҡа ашырыу бурысы тора», - тип һөйләне конкурс еңеүсеһе Фирүзә Мөхәмәтйәнова.
Студенттарға үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырыуға, тәжрибәләр үткәреүгә мөмкинлек биргән бындай программалар ил Президенты В.В. Путиндың май указы тарафынан раҫланған “Фән” милли проекты (национальный проект "Наука") ҡуйған бурыстарҙы хәл итеүгә лә йоғонто яһай.
Фото: mgazeta.com
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан