Милли проекттар
18 Февраль 2023, 08:10

Рәсәйҙә фән һәм техника ун йыллығы – ғалимдарға пландарын тормошҡа ашырыу өсөн ҙур мөмкинлек

Фәнни хеҙмәттәрҙең ҡатмарлы атамалары артында ярайһы уҡ ябай әйберҙәр бар, әммә шул уҡ ваҡытта юғары фәнни яңылыҡтары ла.

Рәсәйҙә фән һәм техника ун йыллығы – ғалимдарға пландарын тормошҡа ашырыу өсөн ҙур мөмкинлекРәсәйҙә фән һәм техника ун йыллығы – ғалимдарға пландарын тормошҡа ашырыу өсөн ҙур мөмкинлек
Рәсәйҙә фән һәм техника ун йыллығы – ғалимдарға пландарын тормошҡа ашырыу өсөн ҙур мөмкинлек

Фундаменталь һәм эҙләнеү тикшеренеүҙәренә булышлыҡ итеүсе иң ҙур майҙансыҡ – Рәсәй фән фонды конкурс һөҙөмтәләрен йомғаҡланы, унда Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең өс ғилми коллективтың “Донъя кимәлендәге фәнни инфраструктура нигеҙендә тикшеренеүҙәр алып барыу” йүнәлешендәге проекттарын хупланы.

Өфө фән һәм техника университетында ғилми-тикшеренеү темаһына проекттар хуплау тапҡан: “Химияла, технологияла һәм медицинала ҡулланыу өсөн энантиоселектив, адсорбция һәм каталитик үҙенсәлектәргә эйә булған яңы хираль материалдарҙы проектлау” һәм “Тигеҙ булмаған ауырлыҡтарҙағы титан һәм магний иретмәләрендә нығытыу механизмдары һәм тарҡатыу киҫәксәләренең роле”. Проекттарҙы органик һәм биоорганик химия кафедраһы профессоры Иван Вакулин һәм күп функциялы материалдар лабораторияһы мөдире Григорий Дъконов коллективтары тормошҡа ашыра.

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге ғалимдары коллективы, Леонард Хәлилов етәкселегендә, “S- һәм N- функционалләштерелгән алкен олигомерҙары: синтез һәм нано- һәм супрамолекуляр химия өсөн яңы материалдар булдырыу» проектын төҙөү өҫтөндә эшләйәсәк.

Фәнни хеҙмәттәрҙең ҡатмарлы атамалары артында ярайһы уҡ ябай әйберҙәр бар, әммә шул уҡ ваҡытта юғары фәнни яңылыҡтары ла.

Ғалимдар катализда, оптикала, сенсорикала ҡулланыу планлаштырылған яңы материалдар эшләү, дауалау агенттарын тапшырыу, ауырыуҙарҙы диагностикалау, фотодинамик терапия һәм электроникала өҫтөндә эшләй. Тикшеренеүҙәр шулай уҡ машиналар эшләү һәм медицинала ҡулланыу өсөн перспективалы титан иретмәләрен булдырырға ярҙам итәсәк.

Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Фән” милли проектын (национальный проект “Наука”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итәсәк.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Максим Забелин vk.com

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәйҙә фән һәм техника ун йыллығы – ғалимдарға пландарын тормошҡа ашырыу өсөн ҙур мөмкинлек
Рәсәйҙә фән һәм техника ун йыллығы – ғалимдарға пландарын тормошҡа ашырыу өсөн ҙур мөмкинлек
Рәсәйҙә фән һәм техника ун йыллығы – ғалимдарға пландарын тормошҡа ашырыу өсөн ҙур мөмкинлек
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас