Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Февраль 2023, 10:50

Туймазылар йорт йыһаздарын Ҡаҙағстан баҙарына сығара

Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева “Ашығыс экспорт ярҙам” мобиль эксперттар төркөмө составында Туймазы районының дүрт предприятиеһында булды. Был проекттың маҡсаты –  республика предприятиеларына экспортҡа сығыу һәм һатыу баҙарын киңәйтеүҙә ярҙам күрһәтеү.

– Был “Ашығыс экспорт ярҙамы” бригадаһының быйыл өсөнсө сәфәре. Был юлы Туймазы районында мебель етештереү менән шөғөлләнгән компанияларҙа булдыҡ. Эшҡыуарҙарға төбәк һәм федераль ярҙам саралары тураһында һөйләнек, уларҙың һорауҙарына ла яуап бирҙек. Һәр предприятиеның үтенестәрен ентекләп ҡараясаҡбыҙ һәм тауарҙарын тышҡы баҙарға сығарасаҡбыҙ, – тип белдерҙе Маргарита Болычева.

Был сәфәрҙә Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Денис Гурков, Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге директоры Илдус Хәлитов, "Рәсәй экспорт үҙәге" йәмғитенең Өфө ҡалаһында вәкиллеге етәксеһе Ренат Маняпов ҡатнашты.

Беренсе булып ортопед матрастары, карауаттар һәм йоҡлау өсөн тауар етештергән “Корона” компанияһын ҡаранылар. Етештереү ҡеүәттәрен арттырыуға бәйле, компания Ҡаҙағстан баҙарына сығыу мөмкинлеген ҡарай. Компания экспортҡа эшләгәне бар, әммә Башҡортостандың “Экспортҡа ярҙам үҙәге” ярҙамында үҙ тауарын тышҡы баҙарға сығарыу өсөн күргәҙмәләрҙә ҡатнашырға ниәтләй.

Артабан “Велес” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән таныштылар. Компания Ҡаҙағстанға үҙе етештергән мебелде экспортҡа сығара. Компания вәкилдәре сит илдәргә тауар ташыуға киткән сығымдарҙы ҡаплау йәһәтенән төбәк субсидиялары тураһында һорашты. Ведомство хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанда ҡаралған финанс ярҙам сараларының бөтә төрҙәре тураһында һөйләне.

Артабан делегация йомшаҡ мебель, карауаттар, дивандар һәм офис йыһаздары етештереү һәм һатыу буйынса махсуслашҡан “Эмик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Компания етештереүҙе һәм экспортты киңәйтергә ниәтләй. Ведомство хеҙмәткәрҙәре уларға ла кәңәштәр бирҙе һәм компания продукцияһын Ҡаҙағстандың электрон сауҙа майҙансыҡтарына урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтәсәктәрен белдерҙе.

Делегация сәфәр аҙағында Рәсәйҙәге иң эре мебель етештереүселәрҙең береһе булған “Апогей” предприятиеһында булды. Компания 20 йылдан ашыу эшләй һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берлеге илдәренә экспортҡа сығара. Был компания ла үҙ продукцияһын сит ил күргәҙмәләрендә ҡуйыу менән ҡыҙыҡһына.

Эш сәфәре һөҙөмтәләре буйынса һәр предприятие өсөн тышҡы баҙарға сығыу буйынса юл картаһы әҙерләнәсәк.

Консультацияға йәки уның белгестәре килһен өсөн Ашығыс экспорт ярҙамы белгестәренә [email protected] электрон почтаһы аша мөрәжәғәт итергә мөмкин мөмкин. Хатта компанияның, сайттың йәки социаль селтәрҙәрҙең ҡыҫҡаса тасуирламаһын күрһәтергә кәрәк. Бәйләнештәр өсөн телефон һандары: 8 (347) 246-89-28, 8 (917) 423-22-93.

Башҡортостан Республикаһында 2021 йылдан “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") милли проекты сиктәрендә “Ашығыс экспорт ярҙамы” экспортҡа булышлыҡ итеү һәм үҫтереү программаһы тормошҡа ашырыла. Был милли проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгәйне.

2021 йылдың февраленән 2022 йылдың декабренә тиклем был проект сиктәрендә төбәктең 233 компанияһына 67 мобиль команда килгән. Визит һөҙөмтәһендә 100-гә яҡын бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары Экспортҡа ярҙам үҙәгенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә һәм 350-нән ашыу төрлө хеҙмәттәр ала. 28 компания 65 экспорт контрактына ҡул ҡуя һәм экспорт географияһын киңәйтә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: foreign.bashkortostan.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Туймазылар йорт йыһаздарын Ҡаҙағстан баҙарына сығара
Туймазылар йорт йыһаздарын Ҡаҙағстан баҙарына сығара
Туймазылар йорт йыһаздарын Ҡаҙағстан баҙарына сығара
Туймазылар йорт йыһаздарын Ҡаҙағстан баҙарына сығара
Туймазылар йорт йыһаздарын Ҡаҙағстан баҙарына сығара
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: