Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Февраль 2023, 10:10

Абруйға иғтибар итәләр

Бынан тыш, ниндәй технологияларҙың ҡулланылыуы, экологик йәһәттән нисек булыуы ла иғтибар үҙәгендә.

Абруйға иғтибар итәләр
Абруйға иғтибар итәләр

“ДОМ.РФ” төҙөүселәр өсөн мәғлүмәттәр хеҙмәтен тағы ла яҡшыртты. Банктың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Торлаҡ төҙөлөшө берҙәм мәғлүмәт системаһының API хеҙмәтенең мөмкинлектәре арттырылған, йәғни хәҙер ҡулланыусылар төҙөлгән торлаҡ комплекстарының үҙҙәре һәм уларҙың эске йыһазланышы буйынса тағы ла тулыраҡ мәғлүмәттәргә эйә була ала. Шулай итеп, хәҙер төҙөүселәр, банктар, төҙөлөш тауарҙарын етештереүселәр һәм ташыусылар, консалтинг һәм риэлтор агентлыҡтары, тағы башҡа ойошмалар тиҙ генә үҙҙәренә кәрәк мәғлүмәтте ҡарау мөмкинлегенә эйә.

- Беҙ хеҙмәттәрҙе даими камиллаштырабыҙ һәм баҙарҙа ҡатнашҡан кешеләр ихтыяжына яуап биргән продукцияны тәҡдим итәбеҙ. Хәҙер энергия йәһәтенән һөҙөмтәле, экологик йәһәттән уңайлы төҙөлөшкә, төҙөлөш компаниялары ҡулланған технологияларға һәм уларҙың абруйына ҡыҙыҡһыныу арта, - тип хәбәр итте Торлаҡ төҙөлөшө берҙәм мәғлүмәт системаһы директоры Александр Лукьянов.

Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимр Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: building.bashkortostan.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: