Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Февраль 2023, 10:40

Был тема бөгөн көнүҙәк

Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә...

Был тема бөгөн көнүҙәк
Был тема бөгөн көнүҙәк

20 февралдә Өфөлә Волга буйы федераль округындағы төҙөлөш ойошмаларының округ конференцияһында “Төҙөләштәге квалификацияның бойондороҡһоҙ баһаламаһы” тип исемләнгән “түңәрәк өҫтәл” үткәрелә.

- Квалификацияның бойондороҡһоҙ баһаламаһы темаһы бөгөн көнүҙәк. Төҙөлөш тармағы белгестәренә квалификацияһының һөнәри стандарттарға тура килеүен раҫлау мөһим. Юғиһә был өлкәлә артабан сараларҙы тормошҡа ашырыу мөмкин түгел, - тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сарала 30-ҙан ашыу ойошма ҡатнашыр тип көтөлә. Уларҙың барыһы ла Волга буйы федераль округы биләмһендә теркәлгән һәм Милли төҙөүселәр берекмәһенә ҡарай. Бындай саралар иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Әйткәндәй, былтыр 1 сентябрҙә Рәсәйҙең Ҡала төҙөлөш кодексына үҙгәрештәр индерелгәйне. Һөҙөмтәлә архитектура-төҙөлөш, инженер һәм төҙөлөш эштәре тармағындағы төҙөлөш өлкәһе белгестәренә бойондороҡһоҙ баһалама үтеү мотлаҡ. Ул иһә квалификацияны баһалау үҙәктәрендә атҡарыла. Был баһаламаны иһә биш йылға бер тапҡыр үтеү талап ителә.

Фото: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/519309/

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: