Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Февраль 2023, 09:20

Өршәк кенә ҡалған

Был хаҡта "Росреестр"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр иттеләр. 

Өршәк кенә ҡалған
Өршәк кенә ҡалған

Быйыл Башҡортостанда күсемһеҙ милеккә ҡараған 2,7 миллион объектҡа ҡарата кадастр хаҡты ҡайтанан ҡараясаҡтар. Был – ер, капиталь төҙөлөш участкалары, шул иҫәптән күп фатирлы йорттар. Бынан тыш, участкалар сиктәре аныҡланасаҡ.

Өфө районында һигеҙ ҡасабала был эште атҡармаҡсылар. Улар – Булгаков, Йоматау, Кириллов, Рус Юрмашы, Осоргин ҡасабалары, “Автотранспортсы”, “Сейә”, “Нефтсе” баҡсасылыҡ ширҡәттәре.

Өфө районындағы 89 тораҡтың 88-ендә сиктәр билдәләнгән һәм күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрына индерелгән. Булгаков ауыл хакимиәтенә ҡараған Өршәктә был эште тамамларға кәрәк.

Быға тиклем Өфө районында төҙөлөш өсөн яраҡлы 219 ер участкаһының барлығы хаҡында хәбәр иткәйнек. Ә был иһә йәмғеһе 63,3 гектар ер. Ошо хаҡта “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров һәм хакимиәттең структура бүлексәләре етәкселәре менән күсмә кәңәшмәлә һөйләне.

Үрҙә әйтелгән саралар иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: bashinform.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: