Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Февраль 2023, 11:10

Торлаҡ ике тапҡырға күберәк төҙөлөр тип көтөлә

Салауат ҡалаһында йәшәүселәр өсөн һөйөнөслө яңылыҡ бар.

Торлаҡ ике тапҡырға күберәк төҙөлөр тип көтөлә
Торлаҡ ике тапҡырға күберәк төҙөлөр тип көтөлә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Стимул” программаһы бурыстарын үтәү маҡсатында Салауат ҡалаһында барлыҡҡа килгән биҫтәләрҙә магистраль коллекторҙы төҙөү башлана. 2026 йылға тиклем торлаҡ майҙаны әлеге 31 мең квадрат метрҙан ике тапҡырҙан ашыуға артыр тип көтөлә.

- 2024 йылға тиклем был программа буйынса торлаҡ төҙөлөшөн дәртләндереү өсөн республикала  инженер һәм транспорт инфраструктураһына ҡараған 22 объектты төҙөргә кәрәк. Был эш һөҙөмтәһендә өс миллион квадрат метр тирәһе торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Былтыр инженер инфраструктураһының ете объектын төҙөнөк. Был бер миллион квадрат метрға яҡын торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу мөмкинлеген бирҙе, - тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, төҙөү планлаштырылған объект Салауат ҡалаһының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан һәм Зәки Вәлиди, Ленинград, Юпитер урамдары һәм 8-се Көнсығыш торлаҡ районы менән сиктәш. Проект документтарына ярашлы, ямғыр һыуҙары өсөн канализация коллекторының ике параллель “быуын”ын төҙөү ҡаралған. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 880 метр тәшкил итәсәк.

Фото: building.bashkortostan.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: