Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”) тормошҡа ашырыла башлағандан алып “Процестар фабрикаһы”нда предприятиеларҙың 915 хеҙмәткәре белем алған. Был уҡыу майҙансығы Рәсәй төбәктәре араһында тәүгеләрҙән булып Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәгендә 2019 йылда барлыҡҡа килгән.
– “Процестар фабрикаһы” милли проекттың айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил итә һәм тап унда һаҡсыл етештереү алымдарын ҡулланыу оҫталығы формалаша. Милли проект эшләй башлағандан алып республикала 59 “Процестар фабрикаһы” үткәрелгән, – тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Мәғлүм булыуынса, йыл башынан алып Дәүләкән ит ярымфабрикаттары комбинаты һәм “Агрохимия” етештереү-коммерция фирмаһы кеүек предприятиелар хеҙмәткәрҙәре “Процестар фабрикаһы”нда белемен камиллаштырған.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: economy.bashkortostan.ru
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)