Милли проекттар
20 Февраль 2023, 10:15

"Сауҙа вәкиле менән бер сәғәт"

Һорауҙарығыҙ булһа,  Башҡортостан Республикаһы Экспортҡа ярҙам үҙәге белгестәренә мөрәжәғәт итегеҙ

"Сауҙа вәкиле менән бер сәғәт""Сауҙа вәкиле менән бер сәғәт"
"Сауҙа вәкиле менән бер сәғәт"

Башҡортостан предприятиеларына Рәсәй Федерацияһының сауҙа вәкиле Андрей Терехин менән 28 февралдә 15:00 сәғәттә үтәсәк видеоконференцияла ҡатнашырға тәҡдим ителә. Был турала Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдерҙе.

– Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Рәсәй Федерацияһының “Сауҙа вәкиле менән бер сәғәт” – Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән тышҡы сауҙа эшмәкәрлеген, эшҡыуарлыҡты алып барыу, компетентлы кешеләрҙән бөтә кәрәкле мәғлүмәтте алырға теләгән предприятиелар өсөн шәп мөмкинлек, – тине Маргарита Болычева.

Андрей Терехин Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре уҙаҡташтары менән эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм Башҡорт тауарҙарын был илдең халыҡ-ара баҙарына уңышлы инеү мөмкинлектәре тураһында һөйләйәсәк, түбәндәге йүнәлештәргә айырым иғтибар бүленәсәк:

– дәүләт һатып алыуҙары үҙенсәлектәре;

– төп транспорт-логистика маршруттары;

– вәкиллек/бүлендек компанияларын асыу тәртибе;

– хәҙерге ысынбарлыҡта тауарҙар импортлау;

– күргәҙмәләрҙә, йәрминкәләрҙә һәм эшлекле сәфәрҙәрҙә ҡатнашыу.

Ҡатнашыусылар шулай уҡ Сауҙа вәкиллегенең Башҡорт экспортерҙарына Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре уҙаҡташтары менән эшлекле бәйләнештәр булдырыуҙа нисек ярҙам итеүен анализлаясаҡ, ә ултырыш аҙағында һәр компания үҙ һорауын бирә һәм презентация менән сығыш яһай аласаҡ.

Сарала ҡатнашыу өсөн https://bashexport.com/chas-s-torgpredom-rossii-v-oae-uznajte-sekrety-uspeshnogo-eksporta-v-emiraty-lichno-ot-torgovogo-predstavitelya/ һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк. Ҡатнашыу бушлай.

Һорауҙарығыҙ булһа, телефон аша Башҡортостан Республикаһы Экспортҡа ярҙам үҙәге белгестәренә мөрәжәғәт итегеҙ: +7 347 246 84 84 09, +7 917 353 05 85.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы “Башҡортостан Республикаһының экспортҡа ярҙам үҙәге” менән берлектә “Сауҙа вәкиле менән бер сәғәт” проектын тормошҡа ашыра. Мәғлүм булыуынса, милли проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Был форматта осрашыу 2020 йылдан алып үткәрелә. 2022 йыл аҙағына "Сауҙа вәкиле менән бер сәғәт" форматында 35 онлайн-осрашыу үткән.

Башҡортостан был тәжрибәне тормошҡа ашырған пилот төбәк. Проект "Рәсәй экспорт үҙәге" йәмғиәтенең рейтингы буйынса иң яҡшы төбәк практикаһы исемлегенә индерелгән.

2022 йылда Сауҙа вәкилдәре менән ошондай 4 сәғәт үткәрелгән, уларҙа Башҡортостан Республикаһының экспортҡа йүнәлтелгән 95 компанияһы ҡатнашҡан:

08.09.2022 — Әрмәнстан Республикаһы;

15.09.2022 — Иран Республикаһы;

17.11.2022 — Мысыр Ғәрәп Республикаһы;

30.11.2022 — Алжир Халыҡ Демократик Республикаһы.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: foreign.bashkortostan.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас